


Башҡортостанға эш сәфәре менән Тажикстан делегацияһы килде. Яҡтарҙың туристик ҡеүәте менән таныштырыу сараһы «Торатау» конгресс-холында үтте. «Тажикстан курорттары», «Ориент Адвентур» ойошмалары етәкселәре үҙ компанияларының мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
«Беҙҙең күп өлкәләрҙә, шул иҫәптән ғәмәлдәге проекттарҙа һәм тауар әйләнешендә Тажикстан менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылған, хәҙер туристик бәйләнештәрҙе лә киңәйтәбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рөстәм Моратов.
Шулай уҡ яҡтар туристик инфраструктураны үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһен тикшерҙе. Тажикстан вәкилдәре хәбәр итеүенсә, илдә инвесторҙар өсөн льготалар, мәҫәлән, биш йыл дауамында өҫтәлгән хаҡҡа һалымдан азат итеү һәм башҡа ташламалар ҡаралған.
Осрашыу Башҡортостан менән Тажикстан туроператорҙары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу һәм быйыл сентябрҙә Дүшәнбе ҡалаһында туристик форумда һәм күргәҙмәлә ҡатнашырға саҡырыу менән тамамланды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.