

Тиҙҙән Өфөлә Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса ойошторолған «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фондының төбәк бүлексәһе асыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте. Бөгөн ул Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина менән фондтың әҙерлеген тикшерҙе.
Максим Забелин һүҙҙәренсә, махсус хәрби операцияларға ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү фонды 31 майҙа асыла. Ул республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә урынлашҡан (Минһажев урамы, 107).
«Фондтың филиалы — тәүге яңы типтағы ошондай тәүге учреждение. Эште йәмәғәтселәр араһынан социаль координаторҙар контролдә тота, улар өсөн иң мөһиме — һәр кемгә индивидуаль ҡараш һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары, ветерандар менән бары тик йәнле аралашыу. Ҡала һәм район филиалдарында эшләү өсөн 40 кеше Ҡазанда уҡып ҡайтҡан», — тип яҙҙы Максим Забелин үҙенең телеграм-каналында.
Республика филиалының төп бурысы — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү, тип билдәләне Максим Забелин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.