Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2023, 10:19

Башҡортостандың ике районында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 3-сө, 4-се, 5-се класлы янғын хәүефе фаразлана.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Асҡын, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Ҡариҙел, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Фёдоровка, Саҡмағош, Шишмә райондарында 3-сө класс һаҡлана.

Архангел һәм Яңауыл райондарында — 4-се класлы, Дүртөйлө һәм Илеш райондарында 5-се класлы янғын хәүефе бар.

Кисә, 21 майҙа, Башҡортостанда кискеһен ашығыс хеҙмәттәргә Белорет районының Абҙаҡ ауылы янындағы урманда ҡоро үлән яна тигән хәбәр килгән, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-22/v-dvuh-rayonah-bashkirii-prognoziruetsya-chrezvychaynaya-pozharnaya-opasnost-3266944

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: