


Бөгөн, 22 майҙа, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында мәктәп тамамлаусылар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы була.
Был көндө сығарылыш уҡыусылары мәктәп менән хушлаша. Алда — мөһим имтихандар, онотолмаҫлыҡ сығарылыш кисәләре һәм һөнәр һайлау.
Бөгөн Башҡортостанда 15 меңдән ашыу 11-се класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлай.
Башҡортостандың баш ҡалаһында 11-се класс уҡыусылары өсөн уҡыу йылы тамамланыуға арналған ҙур байрам «Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында ойошторола.
«22 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә сығарылыш уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн ҡала байрамы башлана. Программала — вальс башҡарыу, бейеү флешмобы», — тип белдерҙеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
26 майҙан ун беренселәр берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра башлай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.