Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2023, 17:06

22 майҙан 26-на тиклем республиканың 6 районына сәләмәтлек поездары юлға сыға

Был аҙнала Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһының һаулыҡ поездары Архангел, Дыуан, Асҡын, Баҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Учалы райондары ауылдарына юллана. Ошо хаҡта бөгөн, 22 майҙа, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

17 майҙан 19-на тиклем белгестәр 70 ауылда 33 610 кешене ҡараған. Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, был иһә планлаштырылғандан 152,7% күберәк. Туғыҙ меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән.

«Халыҡ сәләмәтлек поездарын көтөп ала», — тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-22/v-bashkirii-poezda-zdorovya-s-22-maya-po-26-maya-vyedut-v-6-rayonov-respubliki-3267448

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: