Рәсәй Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов һүҙҙәренсә, 2023 йылда хәрби йыйындарға саҡырылған граждандар махсус операция зонаһына ебәрелмәй. Был хаҡта «Интерфакс» хәбәр итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин хәрби йыйындарға саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».