13:23 (UTC+5), 12 Май 2023

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамы менән ҡотланы

Альмира Давлетбаева

Бөгөн, 12 майҙа, донъяла Шәфҡәт туташтары көнө билдәләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Республикала 23 835 шәфҡәт туташы эшләй, медицина хеҙмәттәренең ҙур өлөшөн тап шәфҡәт туташтары күрһәтә, тип билдәләне ул.

«Ҡәҙерле шәфҡәт туташтары! Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Көн һайын республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә башҡарған ғәйәт ҙур эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Беҙ үтә ҡатмарлы юғары технологик операциялар эшләй алабыҙ, ләкин һеҙ тейешенсә тәрбиәләмәй тороп, пациент һауыҡмай. Хәстәрлегегеҙ һәм иғтибарығыҙ заманса дарыуҙарҙың тәьҫирен тағы ла нығыраҡ арттыра», — тип, министр шәфҡәт туташтарына изге теләктәрен еткерҙе.  
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика