

Бөгөн Башҡортостанға Рәсәйҙең ҡатнаш алыш төрҙәре союзы президенты, Рәсәйҙең спорт министры кәңәшсеһе, ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Фёдор Емельяненко килде. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, билдәле көрәшсе 18-20 йәшлек юниорҙар араһында Рәсәй беренселеген асыу сараһына һәм 18-20 йәшлек үҫмерҙәр араһында рәсми булмаған Бөтә Рәсәй ярыштарына саҡырылған. Турнир Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған.
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Емельяненко тураһында «көслө, изге күңелле — ысын рус бәһлеүәне» тип яҙҙы.
«Бергәләп балалар спортын үҫтереү, ҡатнаш көрәш буйынса тренерҙар әҙерләү, оҫталыҡ дәрестәре һәм балалар менән осрашыуҙар үткәреү тураһында һөйләшеп килештек. Фёдорҙы киләһе йылда Көрәш һарайын асыу тантанаһына ла саҡырҙым, — тип һөйләне Радий Хәбиров. — Фёдор һәр саҡ һоҡланыу уята. Ҡаты спорт төрө менән шөғөлләнһә лә, ул һәр ваҡыт ярышташтарына ҡарата мәрхәмәтлек һәм ихтирам күрһәтеп, ысын ир-егет, хатта джентльмен булып ҡала. Тап ошондай легендар спортсылар ир-егеттәрҙең иң яҡшы сифаттарын балаларыбыҙға тапшырырға тейеш».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.