12:41 (UTC+5), 04 Май 2023

Өфөлә  «Яҡташлыҡ көсө» республика форумы эш башланы

Фото: Валерий Шахов
Ләйсән Закирова

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Яҡташлыҡ көсө» республика форумы асылды. Был иһә 2021 йылдың мартында Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланған «Атайсал» проектына яҡынса йомғаҡ яһау майҙансығы. Форумда меңдән ашыу кеше: танылған яҡташтар, меценаттар, дин әһелдәре, әүҙем эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

«Был үҙенсәлекле проект Ватанына, яҡындарына, яҡташтарына һөйөү берләштергән кешеләрҙе туплай. Әлеге проект тәү сиратта яҡындары өсөн изге эштәр башҡарғандарға ҡәнәғәтлек килтерә», - тип билдәләне үҙенең сәләмләү телмәрендә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Конгресс-холл фойеһында ойошторолған күргәҙмәләрҙә муниципалитеттарҙа тормошҡа ашырылған изге ғәмәлдәр һәм «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың проекттары, шулай уҡ «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге - үҙебеҙ етештерәбеҙ!» билдәһе аҫтында бәләкәй һәм урта бизнес продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе күрһәтелде.

Сәғәт 10-да тематик түңәрәк өҫтәлдәр һәм секциялар үҙ эшен башланы, унда ҡатнашыусылар йәштәр яҡташлығы хәрәкәтен үҫтереү, «Атайсал» проекты аша йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләү, мәҙәни мираҫты һәм традицияларҙы һаҡлау мөмкинлектәрен тикшерә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләрендә тәжрибә уртаҡлаша, Башҡортостанда меценаттар һәм эшҡыуарҙар бойомға ашырған изге эштәр менән таныштыра.

«Беҙ, кешеләр, шундайбыҙ, һәр ваҡыт башҡаларға ярҙам итергә теләйбеҙ. Башҡаларға ярҙам күрһәтеп, үҙебеҙгә игелек алабыҙ», - тине «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма директоры вазифаһын башҡарыусы Фәнис Ғилуанов.

Пленар ултырышта «Атайсал» проектында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү һәм «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен иғлан итеү ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-04/v-ufe-nachal-rabotu-ii-respublikanskiy-forum-ya-tashly-k-s-sila-zemlyachestva-3244933

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика