11:47 (UTC+5), 04 Мая 2023

Башҡортостандың почта бүлексәләре май байрамдарында эш графигын үҙгәртә

Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева

Башҡортостандың почта бүлексәләре май байрамдарында эш графигын үҙгәртә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

9 май — республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял көнө. Почтальондар хаттар һәм матбуғат баҫмаларын таратмай. 8 майҙа почта бүлексәләре йәкшәмбе графигы буйынса эшләй.

Почтальондар пенсия һәм пособиеларҙы Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе менән килешелгән график буйынса тарата.

«Клиенттар аҡсаны, почта аша ебәрелгән әйберҙәрҙе, гәзит-журналдарҙы үҙ ваҡытында алһын өсөн ҡайһы бер ауыл бүлексәләре икенсе график буйынса эшләргә мөмкин», — тип өҫтәнеләр Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-04/pochtovye-otdeleniya-bashkirii-izmenyat-grafik-raboty-v-mayskie-prazdniki-3244866

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика