

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. Республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо датаға арналған саралар хаҡында һөйләне.
Байрам 9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-да генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында сәскәләр һалыуҙан башлана. Артабан, сәғәт 11-ҙә, Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була. 9 майҙың төп сараларының береһе - Өфөнөң Октябрь проспектында хәрбиҙәр һәм техника парады. Быйыл тәүге тапҡыр парад расчеты составында махсус хәрби операция яугирҙәре һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластары ҡатнаша. Бынан тыш, унда Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника колоннаһын һәм 9 берәмек заманса техниканы күрергә мөмкин. Парадты вертолеттар һәм бәләкәй авиация самолеттары осошо тамамлай. Ленин исемендәге майҙанда 8 майҙан 10-ына тиклем ретро-техника күргәҙмәһе ойошторола. Рус драма театры парковкаһында тарихи техника һәм «Патриот» хәрби-патриотик паркының хәрби пехота машинаһы урынлаштырыла.
9 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика эстрадаһы артистары ҡатнашлығында сәнғәт оҫталарының тантаналы концерты була. Сәғәт алтыла Совет майҙанында тантаналы патриотик концерт башлана. Сара Ленин исемендәге майҙанда төнгө ун берҙә байрам салюты менән тамамлана. Байрам саралары Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында ойошторола.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.