15:25 (UTC+5), 28 Апрель 2023

Баш ҡалабыҙҙа «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде

Фото: Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Ләйсән Закирова

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында Комсомол урамында яңы йәмәғәт киңлегенә нигеҙ һалынды, тип хәбәр иттеләр Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Экоакцияла ҡатнашыусылар алты йүкә ултыртты, уларҙың һәр береһенең бейеклеге — алты метрҙан ашыуыраҡ.

Ағас ултыртыуҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Салауат Хөсәйенов, Эдуард Сәйетбатталов, Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Виктор Гурьев, «Асыҡ спорт» төбәк партия проекты координаторы Фәрит Ғиндуллин ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы иғлан иткән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылында яңы аллеяға изге ғәмәлдәр проекты менән ауаздаш символик исем һайланылар. «Башинформ» яҙғанса, «Атайсал» проекты 2022 йылда Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланып киткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-28/v-ufe-poyavilas-alleya-ataysal-3238832

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика