

Был тулҡынландырғыс хәл Бәләбәйҙә булған. Урындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ошо учреждениела үҫкән, хәҙер инде контракт буйынса хеҙмәт иткән Радмир исемле егеткә хат яҙған. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең йәшәү шарттары, шөғөлдәре тураһында бәйән иткән, һалдатҡа иң изге теләктәрен еткергән. Хаттарҙы уҡып, күңеле тулған Радмирҙың балаларға изгелек ҡылыу теләге уянған.
«Яҡташыбыҙ Ураҙа байрамында балалар өсөн татлы байрам ойошторҙо – «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәр хәрәкәтендәге дуҫтарына кәрәкле сумманы күсерҙе, ә улар бәлештәр һәм туңдырма һатып алып һыйланы», – тине Бәләбәйҙәге етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн бүлексә директоры Айгөл Мөхәмәтшина.
«Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзите яҙыуынса, Радмир дүрт йәшенән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Ул баҫалҡы, оялсан һәм эшһөйәр, ярҙамсыл малай булып үҫкән. Урындағы училищела, һуңынан педагогия колледжында уҡыған. Үҙенең тәрбиәсеһе Рита Дәүләтшина менән һаман бәйләнешен өҙмәй. Радмир йыл һайын уға 8 Март һәм Әсә көнө уңайынан сәскәләр бүләк итә.
«Үҙеңде һаҡла, Радмир! Беҙ һине ҡунаҡҡа көтәбеҙ!» – тип яҙа балалар уға, тиҙҙән осрашыуға өмөтләнеп.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса берҙәм белешмә эшләй, уның номеры 117. Шулай уҡ 122 йәки 7 (347) 218-19-19 номерҙарына шылтыратырға, күп функциялы үҙәккә, башбат.рф сайтына йәки Башҡортостан Хәрби комиссариатының һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Өфө, Революция урамы, 156, +7 (347) 248-29-31. Һеҙҙең һорауҙарығыҙға Телеграм мессенджерындағы чат-бот та яуап бирә ала.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.