17:09 (UTC+5), 27 Апреля 2023

Башҡортостанда хәрбиҙәргә, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына шифаханаларға юллама бүлеү планлаштырыла

Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ғына түгел, уларҙың ғаилә ағзаларына ла шифаханаларға бушлай юллама бүлеү планлаштырыла. Был хаҡта журналистарға республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итте.

«Аңлауығыҙса, бының өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк. Хәҙер ошо мәсьәлә ҡарала, Финанс министрлығы менән финанс яғын өйрәнәбеҙ. Яҡын арала ошондай ярҙам сараһы ғәмәлгә индерелер тип уйлайым», — тип белдерҙе Наталья Полянская матбуғат конференцияһында.

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзаларына, туғандарына бушлай йәки льготалы шарттарҙа шифахана-курорт хеҙмәттәрен күрһәтеү ҡаралмаған.

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры һүҙҙәренсә, махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ шифаханала яңғыҙ дауаланырға теләмәй, сөнки яҡындары менән үткәргән һәр минуттың ҡәҙерен белә. Етмәһә, хәрби махсус операция — унда ҡатнашыусылар өсөн генә түгел, уларҙың ғаилә ағзалары өсөн дә стресс.

2023 йылда махсус хәрби операция яугирҙәрен шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыу өсөн республика бюджетында 100 миллион һум планлаштырылған. Бындай ярҙам сараһы менән бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға (ҡатнашҡандарға) шифаханала дауаланыу өсөн алдан ғариза яҙырға кәрәк. Башҡа бер ниндәй ҙә документ талап ителмәй.

2022 йылдың икенсе яртыһында, республикала ошо ярҙам сараһы индерелгән ваҡытта, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 100-ҙән ашыу кеше шифахана-курорттарҙа бушлай дауаланған.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренең рәсми сайтында алырға мөмкин(https://mzio.bashkortostan.ru/).

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-04-27/v-bashkirii-planiruetsya-vydelyat-putevki-v-sanatorii-ne-tolko-boytsam-svo-no-i-chlenam-ih-semey-3237020

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика