

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме индексациялана. Был хаҡта граждандарҙың именлеген күтәреү буйынса стратегик сессияла хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин хәбәр итте.
Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса илдә 2022 йылдың 1 июненән һәм 2023 йылдың ғинуар башынан йәшәү минимумы күтәрелде, тип билдәләне Михаил Мишустин. Һөҙөмтәлә ул 13,5% ашыуға артып, 15 миллион кешенең килемен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.
«Минималь эш хаҡы күләмен дә эҙмә-эҙлекле арттырабыҙ — инфляциянан юғарыраҡ темптар менән. Йыл башынан ул артты, хәҙер 16 242 һум тәшкил итә. Бынан тыш, киләһе йылдың 1 ғинуарынан дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса беҙ уны тағы бер тапҡыр — 18,5% индексациялайбыҙ, шул рәүешле 4,8 миллион граждандың хеҙмәт хаҡы артырға тейеш», — тине Михаил Мишустин.
Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарынан бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн МРОТ район коэффициенты менән бергә 19 743 мең һум (+12,3%) тәшкил итте, «бюджетсылар» өсөн — 18 678 мең һум (+6,3%), тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.