17:15 (UTC+5), 25 Апреля 2023

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урынды алды

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урынды яуланы, ә дөйөм Рәсәй таблицаһында 32-се урындан 16-сыға күтәрелде. Ыңғай динамикала «Айыҡ ауыл» конкурсының өлөшө ҙур. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үткән беренсе төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.

«Был республика проекты әүҙем ауыл халҡы һәм Башҡортостан Башлығының грант ярҙамы менән дүрт йыл инде уңышлы тормошҡа ашырыла. Күреүебеҙсә, айыҡ тормош алып барған, спорт һәм ижад менән шөғөлләнгән яҡташтарыбыҙ күбәйә. «Айыҡ» байрамдар һәм саралар йышыраҡ үткәрелә. Ауыл биләмәләрендә хәмер һатыу кәмей, иң мөһиме, контрафакт менән йәшерен сауҙа итеү юҡҡа сыға бара», — тип билдәләне республика Башлығы хакимиәте етәксеһе, «Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин.  

Конкурс Башҡортостанда демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһаны. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина һүҙҙәренсә, «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан ауылдарҙа тыуым күрһәткестәре республика буйынса алып ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Фәнни-ғәмәли конференция төбәктең проектты тормошҡа ашырыу тәжрибәһен тотош илгә таратыу өсөн үткәрелде.

«Рәсәй субъекттарының беҙҙең проектҡа ҡыҙыҡһыныуы бик ҙур. Беҙ төрлө төбәктәрҙән күп ғилми мәҡәләләр алдыҡ, шуға күрә бөгөнгө эш йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ баҫтырып сығарабыҙ. Был йыйынтыҡ Башҡортостан юлын ҡабатларға һәм төбәктәрҙә «Айыҡ ауыл» проектын ғәмәлгә ашырырға теләүселәр өсөн ҡулланма булыр тип иҫәпләйбеҙ», — тине «Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.

Форумдың пленар өлөшөндә ҡатнашҡан ауылдар — ойоштороу комитеты дипломдары, ә активистар Башҡортостан министрлыҡтарының һәм ведомстволарының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы үҙ баҫмаларында конкурстың этаптарын яҡтыртып барған журналистарҙы билдәләне. «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе Ләйсән Закирова ла рәхмәт хатына лайыҡ булды. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-25/bashkiriya-zanyala-pervoe-mesto-v-reytinge-trezvosti-sredi-regionov-pfo-3233943

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика