

Кесаҙна, 20 апрелдә, Өфөлә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана. Иртәгә ирекмәндәр көндөҙгө сәғәт 12-нән 1-гә тиклем — Дим районындағы «Көньяҡ» баҙарында һәм Дағстан урамындағы «Магнит» гипермаркетында, киске сәғәт 5-тә Октябрь проспектындағы «Йүрүҙән» туҡталышында таҫмалар тарата башлай.
Георгий таҫмаһы — хәрби дан символы. Уны Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең ҡаһарманлығына ихтирам йөҙөнән кейемгә, йөрәк тәңгәленә тағалар. Өфөнөң Ирекмәндәр ассоциацияһы ирекмәндәре был акцияла 2017 йылдан башлап ҡатнаша, ҡала халҡына ошо ваҡиғаның мөһимлеге тураһында иҫкә төшөрә, Георгий таҫмаһын нисек тағып йөрөү ҡағиҙәләре тураһында һөйләй.
Өфөлә акцияны ойоштороусылар — Өфө хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты, ҡаланың Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәктәре.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.