

Хәҙер Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәренең бөтә офистарында контракт буйынса һәм ирекле батальондарҙа хәрби хеҙмәт мәсьәләләре буйынса кәңәшләшергә мөмкин. Белгестәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыу өсөн талаптар, килешеү төҙөү ваҡыты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тейешле түләүҙәр, льготалар тураһында һәм башҡа мәғлүмәттәр бирә, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша ғариза бирергә ярҙам итә. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә кәрәк.
Беҙгә күп функциялы үҙәктең матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу бар, ул арта ғына. Шәхси консультацияларҙан тыш, ир-егеттәр төп һорауҙарға яуаптар яҙылған листовкаларҙы теләп ала. Бер аҙна эсендә биш меңгә яҡын дана таратылған. Ведомство тағы ла буклеттарға заказ биргән.
Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, республика ҡалаларында һәм райондарында контракт хеҙмәтенә һайлау буйынса күсмә агитация пункттары асыла. Бөгөнгә улар 72. Улар сауҙа үҙәктәрендә, хоккей клубтары, транспорт туҡталыштары һәм башҡа йәмәғәт урындарында эшләй. Белешмә алыу өсөн телефон: 117, 8 (347) 218-19-19 һәм 122 (кеҫә телефонынан).
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.