13:12 (UTC+5), 14 Апрель 2023

Башҡортостанда йөк машиналары водителдәре өсөн 1 июндән йәйге юл регламенты көсөнә инә

Фото: Ксения Калинина
Альмира Давлетбаева

100 меңдән 400 мең һумға тиклем — Башҡортостанда ауырлыҡ габариты контролен боҙған өсөн йөк машиналары хужаларына ошондай штраф һалына. Республикаға идара итеү үҙәгенең «Бәйләнештәге» рәсми төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, яҙғыһын юлдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн апрель аҙағына тиклем төбәк юлдарында 10 тоннанан ашыуыраҡ йөк тейәгән автомобилдәргә йөрөү тыйыла. Муниципаль-ара юлдар өсөн сикләү тағы ла ҡатыраҡ — 6 тоннанан артмаҫҡа тейеш.

Республиканың автомобиль юлдарында 13 автоматик ауырлыҡ контроле пункты ҡуйылған. Йөкләмә параметрҙарының үтәлешен мониторинг үҙәге операторҙары күҙәтә.

Билдәләнеүенсә, сикләү 1 майҙа ғәмәлдән сығарыла, ләкин 1 июндән юл йөрөүҙең йәйге регламенты көсөнә инә — һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда йөк машиналары водителдәренә трассаға сығырға ярамай.

Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Мансаф Низакаев БСТ телеканалында республика юлдарында йөк ташыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне:

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-14/v-bashkirii-dlya-voditeley-gruzovikov-s-1-iyunya-vstupit-v-silu-letniy-reglament-proezda-dorog-3220021

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика