Яҙғыһын Өфөнән меңдән ашыу егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге етәксеһе Сергей Нетунаев хәбәр итте.
«Яҙғы саҡырылышҡа хәрбиҙәр һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 10% арттырылды. Үҙәк хәрби округы штабы республикаға 5,5 меңдән ашыу кешене саҡырыу бурысын йөкмәтте. Уларҙың меңдән күберәге — Өфөнән», — тине Сергей Нетунаев.
Быйыл яҙ Өфөнөң саҡырыу комиссияларына бөтәһе 6 меңдән ашыу егет килергә тейеш. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, колледж, юғары уҡыу йорто студенттары ла бар. Бындай ғәмәл йыл һайын башҡарыла.
Әлеге ваҡытта 843 егет комиссияға килгән, был дөйөм һандан 13 процент тәшкил итә. Ә 150 кеше бер ниндәй етди сәбәпһеҙ повестканы иғтибарһыҙ ҡалдырған, уларҙың 25-е административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Егеттәрҙе армия сафына оҙатыу 6 майҙан һуң башлана, тип өҫтәне Сергей Нетунаев. Апрелдә иһә Өфөнән — 80, 15 майҙан 6 июнгә тиклем тағы ла йөҙгә яҡын һалдат хеҙмәт итеү урынына юллана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.