17:17 (UTC+5), 04 Апреля 2023

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм ата-әсәләре ҡатнашлығында комитет эшләй башланы

Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостанда Ватан яугирҙәре ғаиләләренең комитеты эшләй башланы. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында ошо яңылыҡ менән уртаҡлашты. Активтың составына Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәренең хәләл ефеттәре, ата-әсәләре, шулай уҡ «Башҡортостандың халыҡ тылы» инициативалы төркөмө ирекмәндәре инде, тип хәбәр итте ул. Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдең бөтә төбәктәрендә лә ошондай комитеттар ойошторола.

«Бындай комитеттар яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын һәм яҡындарын берләштерә. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәрҙә яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Комитет активы һәм әүҙемселәр тулы бер ярҙам системаһын төҙөй: психологик, юридик ярҙам күрһәтеү, осрашыуҙар», — тип яҙҙы Ленара Иванова.

Комитет әлеге ваҡытта һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә альбом эшләй башланы, хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән осраша, республика ҡалаларында һәм райондарында күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора, тип өҫтәне ул. Ленара Иванова әйтеүенсә, Өфөлә бойомға ашырыла башлаған «Геройҙарҙың ҡатындары» проекты шәп илһөйәрлек акцияһы булмаҡсы, уның координаторы Эльвира Мацкевич та ошо комитет составында.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-04-04/v-bashkirii-nachal-rabotat-komitet-s-uchastiem-zhyon-i-roditeley-uchastnikov-svo-3204254

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика