17:11 (UTC+5), 31 Март 2023

Башҡортостанда һәр районда яҡташтар берлеген ойошторорға тәҡдим ителде

Фото: «Атайсал» форумын ойоштороусылар
Альмира Давлетбаева

«Атайсал» бишенсе муниципаль-ара форумында ҡатнашыусылар Башҡортостандың һәр районында яҡташтар берлеген ойошторорға тәҡдим итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, яҡташлыҡ институтына ярҙам һәм ватандаштарыбыҙҙы республика тормошона йәлеп итеү хәҙерге шарттарҙа бик мөһим. Тәү сиратта — биләмәләрҙе артабан үҫтереү өсөн.

«Ҡасандыр үҙ-ара ярҙам итеү өсөн булдырылған яҡташтар берлеге бөгөн дә тормоштоң ҡатмарлы осорҙарын еңеп сығырға ғына түгел, ҡыйыу рәүештә киләсәккә ҡарарға мөмкинлек биргән терәк булып тора. Үҙ-үҙеңә, күршеңә ышанмайынса, территорияның стратегияһын төҙөп булмай. Еңеү өсөн аяғыңда ныҡлы баҫып торорға кәрәк, был иһә стратегик планлаштырыу законы», — тип үҙенең фекерен белдерҙе Юлдаш Йосопов.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев бер йыл элек «Атайсал» зона форумдарын яҡташтар хәрәкәтен тергеҙеү өсөн уҙғара башлауҙарын әйтте. Уларҙы ойоштороу күп көс һәм ниндәйҙер матди сығымдар талап итмәй.

«Бер йыл элек беренсе республика форумында ҡуйған төп бурыстарыбыҙҙың береһе һәр районда яҡташтар хәрәкәтен тергеҙеү ине. Әлеге тема менән шөғөлләнгән хакимиәт башлыҡтары, муниципалитет етәкселәре ошондай ассоциациялар булдыра башланы. Шуныһы ҡыуаныслы: бының өсөн бер ниндәй ҙә тырышлыҡ кәрәкмәй, бының менән ҡыҙыҡһынған һәм күп кешеләрҙе берләштерә алған кешене табыу зарур», — тине Урал Килсенбаев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-31/v-bashkirii-predlozhili-organizovat-zemlyachestva-v-kazhdom-rayone-3199719

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика