

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында баҫыу эштәре ҡәҙимгенән 2-3 аҙнаға һуңыраҡ башлана торғайны, ләкин бында һауа температураһының түбән булыу сәбәпле ҡайһы берҙә ашлыҡ өлгөрөп етмәй ине. Һуңғы йылдарҙа ошо тәбиғәт-климат зонаһында үҫемлекселек өсөн шарттар яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн Мәсетле районында уҙған зона агрономия конференцияһында. Был хаҡта аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Зона райондарында ҡар ҡалмаған тиерлек, ужым культуралары шытҡан баҫыуҙарҙы күреп ҡыуандым. Был Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы өсөн ғәҙәти булмаған күренеш», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
2023 йылдың яҙында баҫыу эштәре уҙған йылдарҙағы кеүек республиканың көньяғынан түгел, ә төньяҡ-көнсығыштағы Ҡыйғы районынан башланды. 30 мартҡа унда — 200 гектар ужым арышы, Баҡалы районында иһә 60 гектар ужым культуралары туҡландырылған.
Шулай итеп, республика аграрийҙары, яҡшы һауа шарттарынан файҙаланып, рекордлы уңыш алыуға өлгәште. Хәҙер әлеге тенденцияны киләһе йылдарға һаҡлап ҡалыу мөһим. Агроконференцияла ҡатнашыусыларға республикала яҙғы баҫыу эштәрен финанслау, техниканың әҙерлеге тураһында һөйләнеләр.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.