11:13 (UTC+5), 28 Март 2023

Өфөлә граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү пункттары асылды

Фото: Өфө хакимиәте
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфөлә Рәәсйҙең Ҡораллы көстәренә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу өсөн күсмә пункттар эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына баш ҡала хакимиәтенән. Кисә «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплексында (Баҡалы урамы, 27) һәм «Үҙәк» сауҙа комплексы янында (Цюрупа урамы, 97, 4-се бүлмә, көньяҡ парковка) ошондай пункттар асылды.

Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгән граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин. Хәрби комиссариаттарҙың хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡабул итеү тәртибе, шарттары, кәрәкле документтар, аҡсалата түләүҙәр, социаль гарантиялар, льготалар тураһында аңлата. Тиҙҙән республиканың башҡа муниципалитеттарында ла ошондай күсмә пункттар асылырға тейеш.

Башҡортостанда йәшәүселәргә Республиканың ситуация үҙәгендә контракт хеҙмәте буйынса кәрәкле консультация ярҙамы күрһәтелә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, колл-үҙәк (347) 218-19-19, 122 (доб.1) һәм 117 телефондары буйынса көн һайын (тәнәфесһеҙ, ял көндәрһеҙ) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә.

Һорауҙар менән түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә: 450078, Өфө, Революция урамы, 156. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 218-19-19, 8 (347) 248-29-31, кеҫә телефонынан 122.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-28/v-ufe-otkrylis-punkty-nabora-grazhdan-na-kontraktnuyu-voennuyu-sluzhbu-3194264

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика