14:23 (UTC+5), 27 Марта 2023

Радий Хәбиров Марат Зөлҡәрнәевты һәм Айҙар Исмәғилевты дәүләт наградалары менән бүләкләне

Фото: видеонан скриншот
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ — комендант батальонының хәрби-сәйәси эш буйынса икенсе комендант ротаһы командиры урынбаҫары Марат Зөлҡәрнәевты һәм ғәскәри часть полкы командиры урынбаҫары Айҙар Исмәғилевты билдәләне. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Марат Зөлҡәрнәев — Салауат Юлаев, Айҙар Исмәғилев генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

«Хеҙмәтегеҙ һәм егеттәребеҙгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

«Радий Фәрит улы, ҡәҙерле яҡташтар, ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ Еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ», — тине Марат Зөлҡәрнәев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 мартта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ярты йылдан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәр араһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев тә бар. Уның менән интервьюны «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

«Хөрмәтле Радий Фәрит улы, полк командованиеһы һәм шәхси составы исеменән һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Республика халҡына гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләйем. Марат Миңлеғәле улы әйткәнсә, эшебеҙ хаҡ, Еңеү беҙҙең яҡта булыр», — тине Айҙар Исмәғилев.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-27/radiy-habirov-nagradil-gosnagradami-uchastnikov-svo-marata-zulkarnaeva-i-aydara-ismagilova-3192981

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика