Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2023, 13:37

Рәсәйҙең Оборона министрлығы мобилизацияланған яҡташыбыҙ менән видеояҙма күрһәтте

видеонан скриншот
Фото:видеонан скриншот

Рәсәйҙең Оборона министрлығы үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан яугире ҡатнашлығында видеояҙма менән уртаҡлашты. «Алтай» ҡушаматлы яугир илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә үҙ теләге менән Рәсәй армияһы сафына баҫҡан.

Мин ситтә тороп ҡала алманым һәм махсус операцияның бурыстарын үтәгән Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам итергә килдем, ти «Алтай». Ул үҙенең тәжрибәһенең Ватанды һаҡлауҙа мотлаҡ кәрәк булырына ышана. Үҙ ваҡытында яҡташыбыҙ инженер-сапер батальонында хеҙмәт иткән, контракт буйынса ла ҡалған. Шуға күрә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә алған белеме, оҫталығы, шулай уҡ хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа туплаған тәжрибәһе башҡорт яугиренә һәм уның иптәштәренә махсус хәрби операцияның бурыстарын һөҙөмтәлерәк башҡарып сығырға мөмкинлек бирергә тейеш.

«Алға барабыҙ. Алғы һыҙыҡта ла, тылда ла эшләйбеҙ. Бөтәһенең дә кәйефе һуғышсан. Еңеү беҙҙең яҡта булыр. Рәсәйгә дан!» — тип йомғаҡланы һүҙен «Алтай».

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-21/ministerstvo-oborony-rossii-opublikovalo-video-s-mobilizovannym-iz-bashkirii-3184807

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: