09:12 (UTC+5), 21 Март 2023

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы 29 мартта була

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Альмира Давлетбаева

2023 йылдың 29 мартында республика парламентының сираттағы пленар ултырышын үткәреү планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы президиумы ултырышында хәбәр иттеләр.

Көн тәртибендә – дәүләт милкен хосусилаштырыу, халыҡты һәм биләмәләрҙе техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, Башҡортостан Республикаһында илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында закон проекттарын ҡарау, Төньяҡ юнгаларҙы иҫкә  алыу көнөн (25 май) булдырыу һәм башҡалар.

Бынан алда «Башинформ» Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар ултырышында ҡабул итергә йыйынған закон проекттарының береһе хаҡында хәбәр иткәйне. «Атттракциондарҙың техник торошо һәм уларҙы файҙаланыу өлкәһендә төбәк дәүләт контроле (күҙәтеүе) тураһында» закон проектын республиканың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы мөрәжәғәте буйынса әҙерләгәндәр, закон яңы парк миҙгеле башланыуға эшләй башларға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-21/plenarnoe-zasedanie-gossobraniya-bashkirii-sostoitsya-29-marta-3185180

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика