14:57 (UTC+5), 20 Марта 2023

Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» мәсетенең көмбәҙе емерелеүгә бәйле ғәҙәттән тыш хәлгә фекерен белдерҙе

Фото: Константин Любин
Ләйсән Закирова

Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» мәсете манараһының бер көмбәҙе емерелеп төшөүгә бәйле хәлгә үҙ фекерен әйтте.

«Шуның тирәләй төрлө хөрәфәттәр йөрөй. Ислам, православие ҡанундарын аңламағандар юҡ-барға ышаныуҙың исламда гонаһ икәнлеген асыҡ аңларға тейеш. Шуға күрә әллә нәмәләр уйлап сығарырға кәрәкмәй. Ошондай объекттарҙы төҙөүгә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ, илке-һалҡылыҡ йәки йүнһеҙлек кеүек төшөнсәләр бар», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығының инвестиция эшмәкәрлеге һәм инфраструктура проекттары буйынса кәңәшсеһе Ридаль Сәйетов ғәҙәттән тыш хәлдән һуң төҙөк манараларға төҙөлөш экспертизаһы үткәреү тәғәйенләнгәнен, талап ителгән осраҡта өс көмбәҙҙе лә нығытыу ҡаралғанын хәбәр итте. Емерелгән көмбәҙгә килгәндә, уны йүнәтеп булмай. Республика мосолмандарының Диниә назараты Волгодонскиҙан «Грант» инженер үҙәге йәмғиәте менән зыян күргән манара конструкцияһының өҫкө өлөшөн эшләүгә килешеү төҙөгән. Ридаль Сәйетов был көмбәҙҙең ни сәбәпле ҡолағанын да әйтте.

«Сәбәптәре бер нисә булырға мөмкин: тәүгеһе – ҡуйған ваҡытта конструкцияны боҙоу, икенсеһе – тамамланмаған төҙөлөш объекты төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы консервацияланмаған», – тине ул.

Кәмендә 2025 йылдың тәүге яртыһына тиклем республиканың «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү эштәрен артабан дауам итеү өсөн аҡса бүлергә мөмкинлеге юҡ, тине Радий Хәбиров, ләкин объектты мотлаҡ төҙөп бөтәсәген вәғәҙәләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-20/nachalis-predrassudki-glupye-glava-bashkirii-prokommentiroval-chp-s-kupolom-mecheti-ar-rahim-3183818

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика