12:29 (UTC+5), 17 Март 2023

Рәсәй геройҙарына түләүҙәр исем бирелгән көндән алып автоматик рәүештә тәғәйенләнә

Фото: Рәсәй Дәүләт Думаһы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа ҡануниәткә ҡабул иткән төҙәтмәләргә ярашлы, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына, шулай уҡ һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзаларына айлыҡ аҡсалата түләү исем бирелгән көндән башлап автоматик рәүештә тәғәйенләнә.

«Илебеҙ көслө, имен булһын өсөн ғүмерҙәрен аямаған геройҙар, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ, ғаризаһыҙ үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе алырға тейеш», — тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, закон проекты буйынса, ай һайын геройҙарға һәм Дан орденының тулы кавалерҙарына — 83 мең һумдан, Социалистик Хеҙмәт, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройҙарына һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына 61 мең һумдан ашыу аҡса түләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҡса алыу өсөн геройҙарға йәки уларҙың ғаилә ағзаларына Пенсия һәм социаль страховкалау фондына мөрәжәғәт итеп, ғариза, кәрәкле документтар тапшырырға кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-16/vyplaty-geroyam-rossii-budut-naznachatsya-avtomaticheski-s-daty-prisvoeniya-zvaniya-3180304

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика