15:48 (UTC+5), 17 Марта 2023

Башҡортостанда апрель уртаһынан төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреү башлана

Фото: Олег Яровиков

15 апрелдән Башҡортостанда 2024 йылға төҙөкләндереү объекттарын һайлау өсөн «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса тауыш биреү башлана. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев хәбәр итте.

Уның билдәләүенсә, бөгөн ирекмәндәрҙе теркәү башланған. Онлайн-тауыш биреү 31 майға тиклем дауам итә. Алан Марзаев 2023 йылда республикала 122 йәмәғәт киңлеген һәм биләмәһен яңыртырға йыйыныуҙарын иҫкә төшөрҙө.

«Көндәр матур торһа, апрелдә эшкә тотонабыҙ. Әле подрядсыларҙы һайлайбыҙ. Һуңғы дүрт йылда республикала 560 киңлек төҙөкләндерелде . Әйтәйек, 2022 йылда ғына 45 парк һәм сквер, 17 яр буйы, 7 майҙан, 15 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы, шулай уҡ 42 башҡа биләмәләр. Бында халыҡтың роле ҙур, улар ниндәй биләмәләрҙе төҙөкләндерергә кәрәклеген үҙҙәре хәл итә», — тип белдерҙе Башҡортостан вице-премьеры.  
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика