
Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы баҫылған.
Документҡа ярашлы, 2023 йылда дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениелары йәки мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 30 хеҙмәткәренә берешәр миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Түләүгә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итергә мөмкин. Аҡса биреү тәртибен бер ай эсендә әҙерләйҙәр.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда йәш ғалимдарға йыл һайын 200 миллион һум күләмендә гранттар тапшырырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.