14:47 (UTC+5), 16 Марта 2023

Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды

Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева

Быйыл Өфөлә 11-се класты тамамлаусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау 19 майҙа яңғырай. Тейешле бойороҡҡа баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.

«2023 йылдың 19 майында 11-се класты тамамлаусылар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын ойошторорға», – тиелә документта.

Өфөнөң район хакимиәттәренә, ҡала йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығына, баш ҡаланың янғын һағы идаралығына һәм башҡа күҙәтеү ведомстволарына 11-се класты тамамлаусылар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын үткәргәндә «уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау буйынса саралар күрергә» ҡушылды.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған йылда баш ҡала мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау » байрамы Өфөнөң «Ватан» паркында 25 майҙа булғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-16/nazvana-data-provedeniya-poslednego-zvonka-v-ufe-3179432

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика