06:29 (UTC+5), 15 Марта 2023

Башҡортостан баҡсасыларына дөйөм йыйылыштарҙы онлайн үткәрергә рөхсәт итеүҙәре ихтимал

Альмира Давлетбаева

Башҡортостан баҡсасыларына дөйөм йыйылыштарҙы онлайн режимында үткәрергә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Республика Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты тейешле закон проектын хупланы. Уны март аҙағында ҡабул итергә йыйыналар.

«Башланғыс дөйөм йыйылыштар үткәргәндә баҡсасылыҡ ширҡәттәре ағзаларының онлайн аралашыу форматтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бының өсөн республиканың башҡарма власть органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына яңы мәғлүмәт системаларын булдырыу һәм булғандарын үҫтереү хоҡуғын бирергә тәҡдим ителә. Закон проекты баҡсасыларға ҡарарҙар ҡабул итеү процесын күпкә ябайлаштырырға тейеш», —  тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Спикер билдәләүенсә, коллектив ҡарарҙар ҡабул итеү йыш ҡына ҡайһы бер ауырлыҡтарға бәйле, сөнки баҡсасыларҙы бер көндә йыйыу мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә килеп йәки почта ярҙамында тауыш биреү менән бер рәттән уставҡа һанлы мөмкинлектәрҙе индерергә хәл ителде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-15/sadovodam-bashkirii-razreshat-provodit-obschie-sobraniya-sobraniya-v-onlayn-formate-3177522

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика