
Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙәргә ҡарағанда, Башҡортостан биләмәһендә ташҡын хәүефе көслө булған 200-ҙән ашыу йылға бар. Йышыраҡ бәләкәй дала йылғалары, шулай уҡ Ағиҙел, Өфө, Дим йылғалары ярҙарынан сыға. Был турала 9 мартта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡоростандыңгидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Вилора Горохольская хәбәр итте.
«Уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы, йылғалар 7-17 апрелдә таша башлауы ихтимал. Оҙайлы фараз бирә алмайбыҙ. Һыуҙың максималь кимәле норманан түбәнерәк булыр тип көтәбеҙ. Яуым-төшөм күләме лә иҫәпкә алынған. Тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, ҡар запасы ташҡын ваҡытында хәлде билдәләгән төп дәүмәлдәр булып тора. Барлыҡ ошо параметрҙар фараз әҙерләгәндә анализлана, ул марттың өсөнсө декадаһына әҙер булырға тейеш», — тип билдәләне ул.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.