Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн ике яңы ирекле батальон ойошторола. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, уларҙың береһе – Даян Мурзин, икенсеһе «Төньяҡ амурҙары» тип йөрөтөлә.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны, ирекле батальондар ойоштороу штабы начальнигы Борис Гордеев һүҙҙәренсә, «Төньяҡ Амурҙары» батальонына 50 йәшкә тиклемге ир-аттар инергә мөмкин, улар махсус операцияла Рәсәй гвардияһы составында ҡатнашыр тип күҙаллана. Даян Мурзин исемендәге отрядҡа 50 йәше тулғандарҙы ла алырға әҙерҙәр.
«Мин Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороуҙа һәм оҙатыуҙа ярҙам иттем. Ул саҡта бик күптәр инә алманы, ситтә тороп ҡалды. Шунан бирле дүртенсе батальон тураһында уйҙар буар ине. Салауат Юлаев батальонын төҙөгән состав менән йыйылыштыҡ, шулай итеп, дүшәмбе, 27 февралдә, беҙҙең Өфөләге штаб теләге булғандарҙан ғаризалар ҡабул итә», – тине Борис Гордеев.
Уның һүҙҙәренсә, әлегә улар республика хөкүмәте һәм Оборона министрлығы менән яңы батальондарға булышлыҡ итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып бармаған. Ләкин тәүге ике көндә офисҡа отрядҡа инергә теләгән 30-ҙан ашыу кеше килгән. Ирекмәндәргә әлегә Өфө ҡалаһы, Әй урамы, 63 адресы буйынса яҙылырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 987 047 28 75 (шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә).
Хәрби тәжрибәһе булған йәки унһыҙ ҙа, хөкөм ителгән ир-егеттәрҙе, медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итергә әҙербеҙ, тип билдәләне Борис Гордеев.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.