12:19 (UTC+5), 15 Февраля 2023

Мәсәғүттә Өфө медицина колледжының филиалы асылды

Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Альмира Давлетбаева

Мәсәғүттә Өфө медицина колледжының филиалы асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты.

«Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала медицина колледждарының дүрт филиалын астыҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булып тора, сөнки бөгөн кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Бөгөн Мәсәғүттә 25  кеше «Шәфҡәт туташы эше» һөнәренә уҡый», — тине министр.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө медицина колледжының яңы филиалы поликлиникала һәм Мәсәғүт муниципаль-ара үҙәктә урынлашҡан. Парталар, ултырғыстар, таҡталар, стеллаждар, шулай уҡ ноутбуктар, компьютерҙар, принтерҙар, интерактив панель, телевизор һәм проекция экраны һатып алынған. Китапханала кәрәкле әҙәбиәт һәм электрон ресурстарға инеү мөмкинлеге бар. Биналарҙы капиталь ремонтлауға һәм кабинеттарҙы йыһазландырыуға республика бюджетынан бөтәһе 10 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

«Дөйөм дисциплиналарҙы — урындағы педагогия колледжы, медицина дисциплиналарын дауахана хеҙмәткәрҙәре уҡытасаҡ. Ҡпйһы бер лекцияларҙы Өфө медицина колледжы уҡытыусылары ситтән тороп уҡыясаҡ. Студенттар квартал һайын бер аҙнаға Өфөгә киләсәк. Сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, шулай уҡ уларға ятаҡ бирәбеҙ»,  —тип белдерҙе Өфө медицина колледжы директоры Илдар Ғиләжев.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быға тиклем Октябрьский, Учалы, Нефтекама ҡалаларында медицина колледждарының филиалдары асылғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-15/v-mesyagutovo-otkrylsya-filial-ufimskogo-meditsinskogo-kolledzha-3143593

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика