12:00 (UTC+5), 14 Февраль 2023

Республикала меценаттарға «Миһырбанлыҡ һәм хәйриәлек өсөн» наградаһы булдырылды

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яңы награда – «Миһырбанлыҡ һәм хәйриәлек өсөн» билдәһен булдырҙы. Министр Ленара Иванова ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документты өйрәнгәндән һуң «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, наградаға социаль өлкәлә спонсор, йылына кәмендә ике тапҡыр саралар ойоштороуҙа матди һәм матди булмаған хәйриә ярҙамын күрһәткән, министрлыҡ ҡарамағындағы учреждениеларға финанс яғынан һәм башҡа йәһәттән булышлыҡ иткән, халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламына ярҙам программаларын әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан меценаттар тәҡдим ителә.

«Миһырбанлыҡ һәм хәйриәлек өсөн» билдәһен тапшырыу башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, хөкүмәт ағзалары, Ҡоролтай депутаттары, федераль һәм республика башҡарма власть органдары етәкселәре, урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ ойошмалар һәм учреждениелар (милек формаһына ҡарамай), ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры сығыш яһай ала.

«Миһырбанлыҡ һәм хәйриәлек өсөн» билдәһен бер тапҡыр ғына алырға мөмкин. Наградаға тәҡдим итеү тураһында ҡарарҙы конкурс комиссияһы ҡабул итә. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, билдәне тантаналы шарттарҙа тапшыралар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-14/v-bashkirii-metsenatam-nachnut-vruchat-nagradu-za-miloserdie-i-blagotvoritelnost-3142077

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика