
Көйөргәҙе районының Яҡут күле буйында яңы шифахана төҙөлә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, шифалы батҡаҡлы һыу ятҡылығы халыҡ араһында бик популяр.
«Беҙҙә ләм дауалау үҙенсәлегенә эйә, тигән документтар бар. Һығымта Петербург медицина ғилми үҙәгенән алынған. Бына ун йыл инде ошо күлдән кеше өҙөлгәне юҡ. Халыҡ һыу инә, һаулығын нығыта. Башлыса быуын ауырыуҙарынан файҙаһы ҙур. Күл буйында ял итеүселәр йылдан-йыл арта. Шуға күрә был урынды төҙөкләндерергә булдыҡ», — ти Тимур Иҙрисов.
Яңы курортты быйыл төҙөй башлау планлаштырыла. Шифахана 750 кеше өсөн иҫәпләнгән, уның составында дауалау-һауыҡтырыу корпусы, отель, йәшәү өсөн айырым йорттар, ашхана һәм ресторан, спорт һәм балалар майҙансыҡтары була, шулай уҡ бында 120 яңы эш урыны булдырыла.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, шифахана төҙөү һәм уны йыһазландырыу 1,5 миллиард һумға төшә. Тимур Иҙрисов һүҙҙәренсә, проектҡа аҡса һалырға әҙер инвестор табылған. Яңыраҡ проект Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды. Республика яғынан ошондай объекттарға ҡыҙыҡһыныу ҙур һәм беҙ ярҙам итергә әҙер, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.