
Башҡортостанда балалар өсөн уйынсыҡтар һәм башҡа продукциялар өсөн үҙ символикаһын булдырыу планлаштырыла, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлы Александр Шельдяев билдәләүенсә, ошо маҡсатта властар индустрияны үҫтереүҙең юл картаһын раҫлаған.
«Был өлкә — беҙҙең өсөн мөһим, республика ошо тармаҡты үҫтерергә йыйына. 2022 йылдың октябрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, декабрҙә индустрияны үҫтереү буйынса юл картаһын раҫланыҡ, ИДТ өлкәһендә мәшғүл сәнәғәт предприятиелары реестрын төҙөйбөҙ. Хәҙер унда 84 ойошма. Сәнәғәттең ошо ҙур ҡатламына ярҙам итергә йыйынабыҙ»,— тине Шельдяев.
Илдең уйынсыҡтар баҙарында Башҡортостандың өлөшө 0,7%, йәғни 1,5 миллиард һум тәшкил итә, тип белдерҙеләр республика хөкүмәтендә.
«Һуңғы айҙарҙа һеҙҙең команда балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү өсөн бик күп эшләне, айырыуса башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда. Хәҙер төп тауар төркөмдәре һәм хаҡтар ҡуйыу буйынса предприятиелар исемлеген төҙөргә тәҡдим итәм. Етештереүсе мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм ял үҙәктәре өсөн һатып алған ведомстволар өсөн бөтә мәғлүмәтте бирә ала», — тине Рәсәй Президенты ҡарамағындағы ғаиләне һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ағзаһы, балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.