07:58 (UTC+5), 08 Февраля 2023

Республика Башлығы ғалимдарҙы Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы

Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғалимдарҙы һөнәри байрамы — Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы.

«Һеҙгә һаулыҡ, уңышлы эш, илһам һәм рух күтәренкелеге теләйем! Артабан да республика һәм ил мәнфәғәте өсөн бергәләп эшләрбеҙ!», — тип билдәләне ул һәм  республика ғалимдарына Башҡортостандың фәнни-технологик ҡеүәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне, һайлаған һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан хаҡлы рәүештә үҙенең көслө академик һәм университет традициялары, ғилми мәктәптәре, уларҙың эш һөҙөмтәләрен иҡтисадтың реаль секторына индереү менән дан тота.

«Беҙ республиканың Төбәктәрҙе фәнни-технологик үҫтереүҙең милли рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инеүе менән ғорурланабыҙ. Был ғилми берләшмәбеҙҙең һәм идара итеү командаһының бик мөһим дөйөм ҡаҙанышы, — тине төбәк етәксеһе. — Индустриаль партнерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә өлгәшелгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең уңыштары Башҡортостандың конкурентлыҡ һәләтен нығытыуға, ғөмүмән, ил иҡтисадын үҫтереүгә хеҙмәт итә. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә Рәсәйҙең 30 алдынғы инженер мәктәптәренең береһе асылды. Вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң әүҙем фазаһы башлана. Беҙҙең университеттар — «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашыусылар финанслау күләмен арттыра һәм етди уңыштарға ирешә. Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәйҙә юғары белем биреүҙең танылған лидерҙарының береһенә әүерелә бара».

Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Фән һәм технологиялар ун йыллығы ғалимдар, тикшеренеүселәр, юғары мәктәп уҡытыусыларының үҙ һәләттәрен үҫтереү, университет һәм академияларҙың ғилми коллективтары эшмәкәрлеген популярлаштырыу, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн киң мөмкинлектәр аса, тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-08/glava-bashkirii-pozdravil-uchenyh-s-dnem-rossiyskoy-nauki-3134583

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика