15:10 (UTC+5), 08 Февраля 2023

Рәсәй Геройҙары айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ алырға мөмкин

Альмира Давлетбаева

Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарын һәм Дан орденының, шулай уҡ Хеҙмәт Даны ордендарының тулы кавалерҙарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын айлыҡ түләүҙәр алыу өсөн ғариза һәм документтар тапшырыуҙан  азат итәләр. Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа ошондай закон проектын ҡабул итте.

Документта билдәләнгәнсә, Пенсия һәм социаль страховкалау фонды кемдәргә түләүҙәр тәғәйенләү тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы. Һүҙ 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң түләүгә хоҡуғы булған геройҙар һәм һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзалары хаҡында бара.

Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, геройҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, (герой һәләк булған осраҡта) аҡса алыу өсөн ғариза, тейешле документтар менән Пенсия һәм социаль страховкалау фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төҙәтмәләргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Президентына яугирҙе наградаға тәҡдим иткән органдар Социаль фондҡа Геройҙар исемен биреү тураһында мәғлүмәттәр тапшыра. Был улар исем алған көндән алып биш эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса башҡарылырға тейеш.

«Илебеҙ көслө, имен булһын ғүмерҙәрен аямаған геройҙар, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре бер ниндәй ғаризаһыҙ үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе алырға тейеш»,  — тине Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин.

Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына айлыҡ түләүҙәр күләме февралдәге индексацияға тиклем 74 мең 617 һум ине. 2023 йылдың 1 февраленән айлыҡ түләүҙәр 11,9 процентҡа арттырылды. Башҡортостанда был сумма — 83 496 һум, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-08/geroi-rossii-smogut-poluchat-ezhemesyachnye-vyplaty-v-bezzayavitelnom-poryadke-3134742

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика