16:43 (UTC+5), 07 Февраля 2023

Башҡортостан тарихын уҡытыу буйынса яҡынса программа әҙерләүгә конкурс иғлан ителде

Альмира Давлетбаева

«Башҡортостан тарихы»н уҡытыу буйынса концепция һәм яҡынса дөйөм белем биреү программаһын әҙерләүгә конкурс иғлан ителгән. Унда айырым авторҙар ҙа, 2-5 кешенән торған авторҙар коллективы ла ҡатнашырға мөмкин.

«Башинформ» агентлығына республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Документтарҙы registoriyarb@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк (Өфө, Минһажев урамы, 120, 213-сө бүлмә).

Конкурс ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап ағымдағы йылдың 17 мартына тиклем дауам итә (Башҡортостан тарихын уҡытыу концепцияһы проекттарын һайлап алыуҙы үҙ эсенә ала).

Икенсе этап 2023 йылдың 10 апреленә тиклем бара. Ул Башҡортостан тарихын уҡытыуҙың яҡынса белем биреү программаһын әҙерләүҙе күҙ уңында тота.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-07/ob-yavlen-konkurs-na-razrabotku-primernoy-obscheobrazovatelnoy-programmy-po-istorii-bashkortostana-3133891

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика