Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2023, 13:29

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 200-ҙән ашыу ковид йоҡтороу осрағы теркәлгән

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, уҙған тәүлектә 201 сирле асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 349 меңдән ашыу коронавирус осрағы теркәлгән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 165 пациент стационарҙа дауалана. Уларҙың 114-е — 65 йәштән өлкән. Ә 1,6 мең сирле амбулатор шарттарҙа дауалана.

Халыҡҡа коронавирустан прививка яһауға килгәндә, 3,394 миллионға яҡын кеше ике компонентты ла алған.

«Башинформ» Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға һылтанып хәбәр иткәнсә, республикала коронавирус һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле юғары булып ҡала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-06/v-bashkirii-chislo-kovid-zabolevshih-prevysilo-za-sutki-200-chelovek-3131917

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: