
Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Сталинград өсөн алышты тамамлауға ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ, Йәрмәкәй районында тыуып үҫкән Иван Ласкиндың тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты. 1943 йылда тап ул гитлерсылар менән һөйләшеүҙәр алып барған.
«Бөгөн мин генерал Иван Андреевич Ласкиндың тыуған яғында – Йәрмәкәй районында эшләйем. Тап ул 1943 йылдың башында гитлер командованиеһы менән Сталинград эргәһендә немец ғәскәрҙәренең капитуляцияһы тураһында һөйләшеүҙәр алып барған һәм фельдмаршал Фридрих Паулюсты әсирлеккә алған. Иван Андреевичтың «Һынылышҡа табан юл» исемле китабында – шул көндәрҙең хәтирәләре.
Уның яҙмышы еңел булмаған. Нахаҡ ғәйепләүҙәр, ҡулға алыныу. Әммә ул үҙенең дөрөҫлөгө өсөн көрәшкән һәм тулыһынса аҡланған. Бына шундай легендар яҡташтарыбыҙ бар беҙҙең. Онотмайбыҙ, ғорурланабыҙ һәм баш эйәбеҙ», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-03/radiy-habirov-rasskazal-ob-urozhentse-bashkirii-vnesshim-vklad-v-zavershenie-stalingradskoy-bitvy-3129640
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.