
Асҡын районы депутаты Дамир Әүбәкеров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә машина ебәргән. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, әүҙем хәрби хәрәкәттәр барған урында яралыларҙы алып сығырға транспорт юҡлығын белеп ҡалғас, ул яугирҙәргә «УАЗ» автомобилен тапшырырға хәл иткән. Ун көн эсендә автомобилдең кузовын нығытып, яңынан буяғандар. Транспорт бер генә яугирҙең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итһә лә, минең өсөн ҙур ҡыуаныс булыр ине, ти Дамир Ҡәнәфи улы.
«УАЗ»дан тыш, депутат яҡташтары менән бергәләп хәрбиҙәргә бензобысҡы, көрәк һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәткән, тип хәбәр иттеләр башҡорт батальондарының телеграм-каналында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.