Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2023, 10:10

«Ләлә-Тюльпан» мәсете хәҙрәте махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙәре өсөн посылка әҙерләгән

Илнур Игдиев, ВКонтакте
Фото:Илнур Игдиев, ВКонтакте

Өфөнөң «Ләлә-Тюльпан» мәсете хәҙрәте Артур Әғләм улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр әҙерләгән. Был хаҡта Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Игдиев «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Дин әһеле ағаһы менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына хәрбиҙәр өсөн газ баллондары, примустар, бензин генераторы илтеп тапшырған, тип яҙа Илнур Игдиев.

«Ағалы-ҡустылы Артур һәм Марсель Ғәлимовтар йәнә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына яугирҙәребеҙ өсөн әйберҙәр алып килде. Артур Әғләм улы Бүздәктең 2-се урта мәктәбен мәктәбен тамамлаған, хәҙер ул — Өфөнөң «Ләлә-Тюльпан» мәсете хәҙрәте»,— тип яҙҙы Илнур Игдиев.

Яңыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандан гуманитар ылауҙың хәүеф-хәтәрһеҙ махсус хәрби операция зонаһына барып етеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-01-29/hazrat-mecheti-lyalya-tyulpan-podgotovil-posylku-dlya-voennosluzhaschih-bashkirii-v-zone-svo-3122721

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: