
Башҡортостанда йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка ебәрә ала. Республикабыҙҙан сираттағы гуманитар ылау февраль башында юлға сыға.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында белдереүҙәренсә, хәрбиҙәрҙең яҡындары посылканы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләренә килтерергә мөмкин. Бындай бүлексәләр республиканың һәр ҡалаһында һәм районында эшләй.
Посылка әҙерләгәндә тәҡдим ителгән әйберҙәр исемлегенә иғтибар итергә кәрәк. Иң тәүҙә эске кейем, термокейем, шәхси гигиена әйберҙәре, олтораҡтар, батарейкалар, быҡтырылған ит, балыҡ консервалары, кәнфит, ҡуйыртылған һөт, тәмәке, шәкәр, шоколад, сәй, кофе.
Посылкаға шулай уҡ оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, хаттар, өҫ һәм аяҡ кейеме һалырға мөмкин. Алкоголь, наркотик, аҡса, осло предметтар, ҡорал ҡәтғи тыйыла.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов һүҙҙәренсә, 2 февралгә тиклем Шайморатов һәм Доставалов исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәре өсөн посылкалар әҙерләп ебәрергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.