11:12 (UTC+5), 25 Января 2023

«Беҙ быға өлгәштек!»: Рөстәм Нәбиев Көньяҡ Американың иң бейек түбәһе Аконкагуаны яуланы

Альмира Давлетбаева

Башҡортостандан популяр блогер Рөстәм Нәбиев Көньяҡ Американың иң бейек түбәһе Аконкагуаны (6 962 метр) яулаған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«22 ғинуарҙа киске сәғәт 9-сы 36 минутта - мин, Рөстәм Нәбиев, ҡулдарым менән Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһенә күтәрелдем. Туғыҙ көн, Иоанн Чечнев менән бергә. Өсөнсө лагерҙан тау түбәһенә менеү һәм кире төшөү 25 сәғәт дауам итте. 25 сәғәт буйына йоҡоһоҙ, ашһыҙ, бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә, маҡсатыма табан юлда. Дәртләндереп торғанығыҙ өсөн һәммәгеҙгә лә рәхмәт! Беҙ быға өлгәштек! Быларҙың барыһы ла еңеү менән тамамланыуына мин шатмын. Ҡалғанын һуңынан һөйләрмен. Хәҙер күңелемдә бушлыҡ. Үҙемдең хәлемде аңламайым, илағы, хис-тойғолар урғылып сығып килә. Һеҙ бының ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ауыр», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты блогер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика