Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
68.96
+0.2
74.96
+0.26
87.68
+1.56
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 11:41

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -7, -12 градус.

Шаршамбы, 25 ғинуарҙа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -11, -16, аяҙытҡанда -20, -25 градус. Көндөҙ -5, -10 градус.

Кесаҙна, 26 ғинуарҙа, йәнә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -11, -16, аяҙытҡанда -20, -25 градус. Көндөҙ -5, -10 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-24/sinoptiki-bashkirii-rasskazali-kakoy-budet-pogoda-v-blizhayshie-dni-3116635

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас в