Бөгөн Әлшәй районының Раевка ауылында Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Алмаз Сафин менән хушлашыу сараһында ҡатнашҡандан һуң махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты.
Миңнулла Миңлебай улы һәм Нурия Дамир ҡыҙы Ғәбделмәновтар, Радик Миҙхәт улы һәм Зилиә Фәйзрахман ҡыҙы Хәлимовтар, Александр Геннадьевич һәм Эльза Шамил ҡыҙы Шевяховтар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы уларға ысын ир-егеттәр, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Радий Хәбиров һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләренә республика кардиология диспансерында дауаланыу һәм реабилитация курсын үтергә тәҡдим итте.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда Башҡортостандың иң яҡшы улдары һәләк була, беҙҙең төп бурысыбыҙ – уларҙы онотмау һәм ата-әсәләре, ғаиләләре, балалары тураһында даими хәстәрлек күреү», – тине Радий Хәбиров.
Белоруссияға сәфәрем барышында элекке балалар концлагеры урынында асылған мемориалына барҙым, унда милләтселәрҙең ниндәй яуызлыҡтар ҡылғанын һәм бөгөн илебеҙҙең, армиябыҙҙың кемгә ҡаршы һуғышҡанын аңлайһың, тине республика етәксеһе.
Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре иғтибары һәм ярҙамы өсөн р республика Башлығына рәхмәт белдерҙе.
«Район хакимиәте яғынан даими хәстәрлекте тоябыҙ, үтенестәребеҙҙе шунда уҡ үтәйҙәр, яҡташтарыбыҙ ҙа ярҙамынан ташламай, улдарыбыҙҙың хеҙмәттәштәре лә беҙҙең менән бәйләнештә. Һәммәгеҙгә ярҙамығыҙ, һәр ваҡыт йылы мөнәсәбәттә булыуығыҙ өсөн рәхмәт», – тине һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре.
Һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеге мотлаҡ мәңгеләштерелер, уларҙың батырлығы – йәш быуын өсөн өлгө, тип билдәләне Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.
Радий Хәбиров яуҙа ғүмере өҙөлгән ҡаһарман хәрбиҙәрҙең әсәләренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.